logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

«Башҡортостан иле»

13 февраль Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһы «Әкиәт” балалар баҡсаһының “Ал сәскә” төркөмөндә «Башҡортостан иле» тип аталған дәрес – сәйәхәт үткәрҙе. Китапханасы балаларға илебеҙҙең үҙенә тартып торған матур урындары, күлдәре, тауҙары тураһында мәғлүмәт бирҙе, Башҡортостаныбыҙҙың ете мөғжизәһе тураһында һөйләне, илебеҙҙең символикалары менән таныштырҙы. Тыуған ил тураһында бәләкәс дуҫтарыбыҙ менә әңгәмә үтте. Күстәнәскә тип алып барған китаптарҙы, “Аҡбуҙат” журналын балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡаранылар.