1- cе Халыҡ-ара “Беҙҙең сығанаҡтар. Фольклор уҡыйбыҙ” акцияһы сиктәрендә Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге лицейҙа “Халҡым гәүһәрҙәре “исемле фольклор байрамы үтте
21 февраль- Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. “Халыҡтың теле- уның тормошоноң иң матур,мәңге шиңмәй,мәңге һулымай торған сәскәһе ул. 1- cе Халыҡ-ара “Беҙҙең сығанаҡтар. Фольклор уҡыйбыҙ” акцияһы сиктәрендә Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге лицейҙа “Халҡым гәүһәрҙәре “исемле фольклор байрамы үтте. Был сарала лицейҙың 4 А ( Ибраһимова Г.) һәм 4 В ( Ғәйзуллина А.) класы уҡыусылары башҡорт халыҡ ижадында быуаттар буйына һаҡланып, быуындан -быуынға күсеп килеүсе әкиәттәр, көләмәстәр , уйындар менән таныштылар. Аҫыл ҡомартҡы булып торған мәшһүр “Урал батыр” эпосынан өҙөктәр уҡынылар. Боронғо башҡорт милли музыка ҡоралдарының береһе ҡумыҙ менән саҡырылған ҡунаҡ Башҡортостандың Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Яугел” халыҡ фольклоры ҡумыҙсылар ансамбле етәксеһе Рафиҡова Дилара Мөхитдин ҡыҙы таныштырҙы. Йыр- бейеү менән аралашып барған байрам уҡыусыларҙа телебеҙгә һәм халҡыбыҙ ижадына ихтирам, һөйөү, ғорурлыҡ тойғолары уятты.
Международный день родного языка ежегодно принято отмечать в мире 21 февраля. В рамках I Международной Акции “Наши истоки. Читаем фольклор” сотрудники Модельной детской библиотеки Абубакирова З.А. и Амирова Д.Ш. для учащихся 4 А (кл.руководитель- Ибрагимова Г.) и 4 В (кл.руководитель- Гайзуллина А.) башкирского лицея имени Рамазана Уметбаева провели фольклорный праздник “Жемчужины народного творчества”. Учащиеся познакомились с народными легендами, играми, рассказывали сказки, читали отрывки из уникального сокровища башкирского народа- эпоса “Урал батыр”. Приглашенная гостья, Заслуженный работник культуры РБ, руководитель народного фольклорного ансамбля кубызистов “Яугуль” Рафикова Дилара Мухитдиновна рассказала о видах музыкального инструмента кубыз и сыграла народные мелодии. Фольклорный праздник пробудил у учащихся чувство гордости за свой язык и творчество родного народа.