logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

2 апрель көнө Моделле Балалар китапханаһында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Тыуған ерем – Башҡортостан” дәрес – уйыны үткәрелде

2 апрель көнө Моделле Балалар китапханаһында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Тыуған ерем – Башҡортостан” дәрес – уйыны үткәрелде. Тыуған яҡты өйрәнеү буйынса ойошторолған дәрестә “Ирәндек” лицейының” 3 Б класы уҡыусылары ҡатнашты. Әбүбәкерова Земфира Әғзәм ҡыҙы уҡыусыларға республикабыҙҙың тарихы, күренекле шәхестәре тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе. Уҡыусылар Башҡортостандың дәүләт символдары, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев тураһында фотоматериалдар менән танышты, тыуған еребеҙҙе данлаған шиғырҙарҙы яттан һөйләне. Мәҙәниәт, сәнғәт, халыҡ ижадына арналған викторинала “Дауыл”, Исемең кем” уйындарында ҡатнашты, йомаҡтар систе. Сара һуңында “Сыңрау торналар иле” китап күргәҙмәһенә байҡау яһалды.

2 апреля в Модельной Детской библиотеке для учащихся 3 Б класса лицея “Ирандык” был проведен краеведческий урок “Башкортостан – Родина моя!”. Урок-игра был посвящен 100-летию образования Республики Башкортостан. Абубакирова З.А. рассказала об исторических событиях, о выдающихся личностях нашего края. Для ребят были представлены наглядный материал с государственными символами республики и фоторепродукции о национальном герое Салавате Юлаеве. Дети читали стихи, прославляющие Башкортостан, участвовали в викторине по культуре, искусству и народному творчеству. Играли в подвижные игры «Как тебя зовут», «Ураган», отгадывали шуточные загадки. В конце мероприятия библиограф провела обзор книжной выставки “В краю поющих журавлей”.