logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант быйыл бишенсе тапҡыр ойошторолдо

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант быйыл бишенсе тапҡыр ойошторолдо. Сибай ҡалаһында ул 16 майҙансыҡта үтте. Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһы хеҙмәткәрҙәре лә был акциянан ситтә ҡалманы. Китапхана мөдире Р. З. Кунаева Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында диктант тексын уҡыны. Текстың башҡорт халҡының бренды — ҡурай тураһында булыуы күңелдәрҙе үҫтерҙе. Тематик йөкмәткеле “Ағыла ҡурай моңо…” тигән тексты Салауат Әбүзәров яҙған. Китапханабыҙҙың уҡыу залы мөдире В. М. Ҡунаҡҡолова диктантты БДУ -ның Сибай институтында яҙҙы.
Акция башҡорт телен белеү, уны үҫтереү, популярлаштырыу өсөн бик мөһим сара. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһының ғүмере оҙон булһын!