logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

“Күңел утрауы” күңелдәрҙе йылыта

Сибай ҡалаһының 2-се модель китапханаһы ҡарамағындағы “Күңел утрауы” клубына йөрөүселәр күберәк ҡул эштәре менән шөғөлләнә.

Ҡаланың абруйлы ағинәйҙәре­нең береһе, оҫта ҡуллы Венера Йәнбәкова йыш ҡына оҫталыҡ дә­рестәре үткәрә. Уның етәксе­легендә теләүселәр башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүес әйберҙәре, селтәр, ҡашмау, хәситә, алмиҙеү эшләргә өйрәнә.

Китапхана мөдире Нәзирә Йәнбирҙина әйтеүенсә, улар, уҡыусыларға китап биреүҙән, әҙәби осрашыуҙар, мәҙәни саралар үткәреүҙән тыш, төрлө йүнә­лештәге клубтар ойошторған. Кемдер баҡсасылыҡ менән ҡы­ҙыҡ­һына икән, “Баҡсасы” клубы бар, икенселәргә “Рухи хазина” оҡшай, ә ҡул эштәренә маһирҙар айына ике тапҡыр “Күңел утрауы”на йыйылып, күңелендәге хыялдарын тормошҡа ашыра: бер-береһе менән аралашып, ҡул эшенә өйрәнеп, төрлө кәңәштәр алып, үҙҙәренә оҡшаған әйберҙәр сигә, ҡашмау-селтәр эшләй.

– Бергәләшеп эшләүгә бер ни етмәй. Аралашаһың да, бер-береңдең эшен күреп өйрәнәһең дә, – ти клуб ағзалары.
Әйткәндәй, “Күңел утрауы”нда шөғөлләнгәндәр китапхана бина­һы менән генә сикләнмәй, күсмә семинарҙар ҙа ойоштора. Күптән түгел оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар Венера Йәнбәкованың йортонда “Кис ултырыу”ға йыйылды. Үҙҙә­ре­нең эштәрен алып килеп, бел­мәгән урындарын Венера Әнүәр ҡыҙынан өйрәнеп ҡайтты улар.

Оҫта ҡуллы хужабикәнең йорто үҙе бер музейҙы хәтерләтә: күҙҙең яуын алған башҡорт милли күлдәктәре, төрлө биҙәүестәр, хал­ҡыбыҙҙың тормош-көнкүре­шен сағылдырған бәләкәй күргәҙ­мә… Барыһынан да рух, оҫталыҡ сағылып тора.

Шулай уҡ Венера Йәнбәкова халҡыбыҙҙың милли аштарын әҙер­ләү буйынса ла оҫталыҡ дә­ресе күрһәтте. Буҙа эшләү, ба­уыр­һаҡ бешереү, талҡан яһау, тултырма һәм ҡаҙы әҙерләү, биш­бармаҡ ҡырҡыу буйынса кәңәш­тәре барыһына ла оҡшаны. “Бел­гән өйрәтә, белмәгән өйрәнә”, ти халыҡ. Арабыҙҙа маһир ҡуллы оҫталар барҙа, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен, шөғөлдәрен, милли аш-һыуын әҙерләү серҙә­рен һәр беребеҙгә төшөнөп ҡалыу кәрәк, ти “Күңел утрауы”нда шөғөлләнеүселәр.