logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына бағышланған “Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо” исемле китап күргәҙмәһе ойошторҙо

Октябрь айы – Башҡортостандың халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре М. Кәримдең тыуған айы. Быйыл уның тыуына 100 йыл була. Был бөйөк шәхесебеҙ үҙ ғүмерен генә түгел, әҙәбиәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, халҡыбыҙҙың рухи донъяһын данлы һәм мәртәбәле итте. Уның китаптары тиҫтәләрсә телдәргә тәржемә ителгән. Ил өсөн ауыр һынылыш мәлдәрендә лә ул өндәшмәй ҡала алманы. Халыҡ уны юғары әҙәби маһирлығы, таланты һәм кешелек сифаттары өсөн яратты.
9 октябрь, А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында Республика көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһы был күркәм байрамда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына бағышланған “Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо” исемле китап күргәҙмәһе ойошторҙо. Китапханасылар сараға килеүселәрҙе Мостай Кәрим шәхесе һәм уның бай ижад мираҫы хаҡында таныштырҙы. Бөйөк шәхесебеҙҙең ижадын ололар ҙа, йәштәр ҙә яратып уҡыйҙар.
Күргәҙмә менән танышыусылар М. Кәримдең шиғырҙарын яттан иҫкә төшөрҙөләр, «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмының сығыуына ҡыуаныстары тураһында һөйләнеләр, 2004 йылда китапханабыҙҙа М. Кәрим менән осрашыуҙа төшкән фотоларҙы ҡыҙыҡһынып ҡаранылар.
Был китап күргәҙмәһе Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында (Чайковский урамы 30) октябрь аҙағына тиклем эшләйәсәк.