Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейында 24 октябрь Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова менән осрашыу үтте.
Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейында 24 октябрь Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, прозаик, драматург, публицист Таңсулпан Ғарипова менән бик йәнле осрашыу үтте. Беҙҙең китапхана хеҙмәткәрҙәре сараға килеүселәрҙе “Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо” ( халыҡ шағиры М. Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына) һәм “Йәшәү – оло бәхет” (Т. Ғарипова ижады буйынса) тип аталған китап күргәҙмәләре менән таныштырҙы. Шулай уҡ был сарала музей ойошторған “Мостай беҙҙең арала” фото проектында ҡатнашыусылар Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Беҙҙең китапханабыҙ ҙа был проектта ҡатнашып Рәхмәт хаты алды. Сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!