logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

“Башҡорт милли аҙыҡтарының шифалы сифаттары”

8 ноябрҙа, Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында, билдәле башҡорт яҙыусыһы, педагог, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, дәреслектәр авторы, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РФ почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева һәм Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, йөрәге илем, милләтем, телем тип һуҡҡан, Ил инәһе Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева менән эшлекле һөйләшеү үтте. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы “Башҡорт милли аҙыҡтарының шифалы сифаттары” тураһында һөйләне. Ҡымыҙҙың, буҙаның, талҡандың, йылҡы итенең, ҡаҙының сифатлы ла, шифалы ла, файҙалы ла булыуын аңлатты. Милли музыкаль инструменттарыбыҙҙың – ҡурайҙың, ҡумыҙҙың – һаулыҡҡа файҙаһы тураһында ла һөйләне. Осрашыуға килеүселәр Мәрйәм Сабирйән ҡыҙына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр, фекерҙәре менән бүлештеләр, буҙа ҡойоуҙоң серҙәренә төшөндөләр, үҙҙәренең тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар.
Шулай уҡ, Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы, “Урал батыр” эпосын башҡорт халҡы 4500 йыл элек ғилемгә таянып яҙылғанын әйтеп үтте, миҫалдар килтерҙе.