Сибай ҡалаһының үҙәк китапханаһында ла “Туған тел—шиңмәҫ шишмә” туған тел сәғәте үтте
14 декабрҙә Башҡортостанда башҡорт теле көнө уҙғарыла. Был көн билдәле мәғрифәтсе, башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тура килтереп билдәләнә. Мөһим дата сиктәрендә туған телебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә бағышланған төрлө саралар уҙғарыла.
Сибай ҡалаһының үҙәк китапханаһында ла “Туған тел—шиңмәҫ шишмә” туған тел сәғәте үтте.
Китапханаға килгән БДУ-ның Сибай институты, педагогия колледжы студенттары, гимназия-интернат уҡыусылары алдында мәртәбәле ҡунаҡтар—ҡалабыҙ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Рәсимә Айсыуаҡова, педагогик хеҙмәт ветераны Фәниә Хәмитова, “Күңел утрауы” клубы етәксеһе Венера Йәнбәкова, Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Даниса Солтанова, педагогия колледжы директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Татьяна Кузьмина сығыш яһаны.
–Туған тел—ул беҙгә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған тере аманат. Телебеҙҙе, халҡыбыҙҙы юғалтмайыҡ тиһәк, беҙ ғаиләлә үҙ-ара башҡортса һөйләшергә, гәзит-журналдар яҙҙырып уҡырға тейешбеҙ,–тине Рәсимә Фитрат ҡыҙы үҙенең сығышында.
Фәниә Зәйнуллы ҡыҙы Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлын бәйән итте. Даниса Зиннәтулла ҡыҙы бөйөк шағырыбыҙҙың “Дуҫлыҡ” шиғырынан өҙөк ятланы.
Сибай педагогия колледжы Республика Хөкүмәтенең туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү тураһындағы ҡарарына ярашлы конкурста ҡатнашып 1 миллион һумдан ашыу грант яулаған. Уҡыу йорто уҡытыусылары—Гөлнара Харисова, Гөлнара Шәкирова, Сәйҙә Мәмбәтҡолова, Татьяна Кузьмина, Гөлдәр Дәүләтбаева конкурсҡа “Рус һәм башҡорт халҡының мәҙәниәте аша Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү “Инеш”үҙәге” булдырыу проектын бөгөнгө көндә уңышлы тормошҡа ашыра. Төбәктә татыу йәшәгән ике милләт мәҙәниәте аша дәүләт телдәрен үҫтереүҙе, республиканан ситтә–Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, үҙебеҙҙә башҡорт телен һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған проект өс йүнәлештә–“Рухи мираҫ” башҡорт телен терегеҙеү, “Духовное наследие” рус телен үҫтереү, “Урал аръяғы оҫталары” студиялары булдырылған.
Сарала студенттар Р.Бикбайҙың “Ожмахтарҙан ҡасып ҡайтырлыҡ”, Л.Абдуллинаның “Башҡорт теле”һәм башҡа шиғырҙарҙы тасуири уҡыны.
Республикала “Туған һүҙгә табан 100 аҙым” акцияһына старт алды. Уҡыусыларҙа һәм йәштәрҙә туған телгә, нәфис әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында уҙғарылған сараға сибайҙар ҙа дәррәү ҡушылды. Китапханала “Туған һүҙгә табан 100 аҙым”күргәҙмәһе ойошторолдо. Был акция сиктәрендә уҡырға тәҡдим ителгән әҙәбиәт менән менән З.Вәлиди исемендәге республика китапханаһының һәм Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының рәсми сайттарында танышырға мөмкин.
14 декабря в Республике Башкортостан отмечается День башкирского языка. В этот день по всей республике проходят мероприятия, посвященные башкирскому языку, литературе и культуре. Накануне в Центральной городской библиотеке прошел час родного языка «Родной язык —неиссякаемый родник».
Почетными гостями мероприятия стали член исполкома курултая башкир Айсувакова Расима Фитратовна, ветеран педагогического труда Хамитова Фания Зайнулловна, руководитель клуба “Островок души”Янбекова Венера Анваровна, преподаватель башкирского языка и литературы Сибайского многопрофильного профессионального колледжа Султанова Даниса Зиннатулловна, заместитель директора по воспитательной работе Сибайского педагогического колледжа Кузьмина Татьяна Ивановна.
С приветственным словом к участникам и гостям мероприятия обратилась Айсувакова Расима Фитратовна, которая говорила о важности изучения и сохранения башкирского языка, о чтении башкирской литературы, республиканских газет, журналов. Выступления участников мероприятия касались вопросов изучения родного языка, развития национальной литературы, сохранения и поддержки национальных культурных традиций. Хамитова Фания Зайнулловна в своем выступлении отметила роль сохранения историко-культурных традиций башкирского народа. О башкирском поэте – просветителе Мифтахетдине Акмулле, о приобщении молодежи к изучению и сохранению башкирского языка рассказала Султанова Даниса Зиннатулловна, завершив свое выступление прочтением отрывка из стихотворения М.Акмуллы «Дружба». В Сибайском педагогическом колледже успешно реализован проект в рамках Гранта Главы Республики Башкортостан «Центр сохранения и развития государственных языков Республики Башкортостан», о нем рассказала Кузьмина Татьяна Ивановна, ее рассказ сопровождался видео презентацией о проводимых мероприятиях данного проекта. Стихи известных поэтов Р. Бикбая «Ожмахтарҙан ҡасып ҡайтырлыҡ» и Л.Абдуллиной “Башҡорт теле” прозвучали в исполнении студентов СИБГУ Янбаевой Н., Кужагильдиной Н. Участниками мероприятия были студенты Сибайского педагогического колледжа , Сибайского института Башкирского государственного университета,учащиеся Гимназии –интернат .В республике дан старт акции “100 шагов к родному слову”, который нацелен на приобщение к художественной литературе, родному языку детей и молодежи, и популяризацию творчества писателей республики. К этому событию была оформлена книжная выставка «Тыуған һүҙгә 100 аҙым». «100 шагов к родному слову». О поэтах и писателях, их произведениях ,вошедших в эту акцию“100 шагов к родному слову”, можно найти информацию на сайте Национальной библиотеки имени А.З Валиди РБ и Сибайской Централизованной библиотечной системы.