logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Башҡорт теле көнөнә арналған “Башҡорт телендә һөйләшәм!” байрамы

#Башҡорттелекөнө #ҡоролтай

Башҡорт телендә һөйләшәм,

Башҡорт телендә.

Минең йөрәк тамырҙарым —
Башҡорт ерендә.

Рәшит ШӘКҮР

Һәр бер илдең, һәр бер халыҡтың үҙенең берҙән-бер туған теле бар.

Туған тел – ул халыҡтың тере күңеле, һөйләп торған шатлығы, ҡайғыһы, һүҙ хәтере, бөтмәҫ-төкәнмәҫ рух байлығы. Туған теле барҙың үҙ туған рухы бар.

Беҙҙең башҡорт теле, төрки телдәр араһында – иң нескә, иң һығылмалы тел. Ҡобайырҙар, халыҡ йырҙары, әкиәттәре үҙе бер ынйы.

14 декабрь – Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Ул көн оло шәхесебеҙ, башҡорт шағиры, сәсәне, мәғрифәтсе Аҡмулланың тыуған көнө.

Сибай ҡалаһының Моделле балалар китапханаһы ла Башҡорт теле көнөнә арналған акцияһына ҡушылды. 13 декабрь китапханасы Хәмиҙүллина Р.Ф. “Тейенкәй” балалар баҡсаһының «Йәйғор» төркөмөнә йөрөгән кескәйҙәргә “Башҡорт телендә һөйләшәм” байрамы үткәрҙе. Иң тәүҙә, балалар башҡорт теле көнө тураһында дөйөм мәғлүмәт, Башҡортостандың Дәүләт гимнын тыңлап алды. Кескәйҙәр матур итеп шиғырҙар ятлап күрһәтте, башҡорт халыҡ ижадының ер-һыу, кеше тураһында мәҡәл-әйтемдәре менән танышты, йомаҡтар систе. Халыҡ ижады менән танышып үткәс, балалар бергәләп «Тирмә» башҡорт уйынын уйнап, ял итеп алдылар.

Ниндәй тел әкиәтһеҙ? Китапханасы бәләкәй дуҫтарына күстәнәскә алып килгән “Бүләк кемгә?» тигән башҡорт халыҡ әкиәтен уҡып ишеттерҙе. Рәшит Шәкүр шиғырына яҙылған «Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын тыңланы кескәйҙәр. Беҙҙең республикала балалар өсөн “Йәншишмә” гәзите, “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдары баҫылып сыға. “Йәйғор” төркөмө балалары гәзит-журналдар менән танышып үтте.

Китапханасы балаларҙы киләсәктә лә туған телдәрен яратырға, өйрәнергә саҡырҙы.

Үҙ илеңдә үҙ телеңде белеп йәшәү – һәр беребеҙҙең изге бурысы. Үҙ туған телендә һөйләшкән, тарихын белгән, моңон тойған халыҡ мәңге йәшәйәсәк.