«Телең барҙа илең бар,илең барҙа иркең бар”
#Башҡорттелекөнө
#Туғантелгә100аҙым#стошаговкродномуслову
#сибайдетскаябиблиотека
Тел ул- бөтөн халыҡтың ҡаҙанышы ижад емеше. Тел бөтһә, ул телдең эйәһе булған халыҡ -миллләт юғала.Туған телен һаҡлау,үҫтереү,уның сафлығы,матурлығы өсөн көрәшеү-һәр кемдең изге бурысы.Туған телебеҙ -башҡорт теле ҙур тарихлы, бай, йырлы,моңло тел ул. Уға ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм телебеҙҙең матурлығын,байлығын күрһәтеү,һаҡлау беҙҙең бурысыбыҙ.
14 декабрь- башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө һәм башҡорт теле көнө билдәләнә.Уның сиктәрендә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән бик күп саралар ойошторола.
Балалар моделле китапханаһы ла был сараға ҡушылып, 13 декабрь Сибай ҡалаһының 1се һанлы мәктәбенең 8 а класы уҡыусыларына «Телең барҙа илең бар,илең барҙа иркең бар” исемле әҙәби -музыкаль кисә үткәрҙе.Был сарала улар мең йыллыҡ тарихы булған, рухи хазиналы башҡорт теле тураһында һөйләштеләр, башҡорт телендә мәҡәлдәр әйттеләр,йомаҡтар систеләр, Һорау-яуап уйынында бик әүҙем уйнанылыр. Сара һуңында “Туған телгә 100 аҙым” акцияһына ингән поэтик әҫәрҙәрҙе яттан һәйләнеләр һәм китап күргәҙмәһе менән таныштылар.
14 декабря в Республике Башкортостан отмечается День Башкирского языка.
В этот день по всей Республике проходят мероприятия, посвященные башкирскому языку. В преддверии этой даты в Модельной детской библиотеке прошло мероприятие “Телең барҙа -илең бар, илең барҙа- иркең бар” “Родной язык- богатство народа”.
На мероприятие пригласили учащихся 8 а класса СОШ № 1 .Ребята узнали о величии и многообразии башкирского языка, вспомнили народные пословицы и поговорки, отгадывали загадки. В конце мероприятия учащиеся прочитали стихи известных башкирских поэтов из списка рекомендуемых к прочтению книг проекта “Сто шагов к родному слову”.