logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

“Аҡмулла – шағир – мәғрифәт йырсыһы”

14 декабрь – Башҡорт теле көнө. Байрам күренекле мәғрифәтсе, шағир, яҡтылыҡ йырсыһы Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнә. Сибай ҡалаһының Моделле йәштәр китипханаһы ла Башҡорт теле көнөнә ҡарата 13 декабрь ҡаланың 1-се һанлы мәктәбенең 5″А” синыфы уҡыусыларына “Аҡмулла – шағир – мәғрифәт йырсыһы” тип исемләнгән әҙәби сара үткәрҙе. Тәүҙә китапханасы Аҡмулланың тормошо, ижады хаҡында һөйләне, башҡорт теле көнө тураһында мәғлүмәт бирҙе. Артабан уҡыусылар Аҡмулланың шиғырҙарын уҡып, һорауҙарға яуап бирҙеләр. Үткәрелгән сара уҡыусылар күңелендә телебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә ихтирам, һөйөү уятыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.