logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

БЕЛӘҘЕГЕМ-ЙӨҘӨГӨМ

Сибай ҡалаһы “Күңел утрауы” ҡул эштәре һәм ижад клубы (етәксеһе Йәнбирҙина Нәзирә Фәйзрахман ҡыҙы) исеменән Биктимерова Зәйтүнә Зиннур ҡыҙы ҡатнаша,  1949 йылда тыуған, бар ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған. Сибай ҡалаһының “Күңел утрауы” ҡул эштәре һәм ижад клубың, “Йәнгүҙәй” фольклор ансамбленең әүҙем ҡатнашыусыһы. Ансамблдә милли йолаларҙы тергеҙеп, сәхнәгә сығарыуы менән бер рәттән бөтә ҡул эштәрен дә яратып башҡара. Бихисап төрлө биҙәүестәр. селтәр,ҡашмауҙар эшләп кенә ҡалмай сигергә,бәйләргә, ҡорама ҡорарға бик оҫта. Черчение уҡытыусыһы булараҡ биҙәктәрҙе үҙе уйлап сығара һәм биҙәүес әйберҙәрен бик үҙенсәлекле итеп башҡара.
”Беләҙегем-йөҙөгөм конкурсына” бик үҙенсәлекле биҙәүестәр йыйылмаһы набор-(комплект) тәҡдим итә: Биҙәүестәр йыйылмаһы ҡара буҫтау өҫтөнә төрлө сәйлән,муйынсаҡтар ҡулланып башҡарылған. Йыйылма биҙәүес: колье, алҡалар,беләҙектәр һәм тирәстән(ободок) тора. Башҡа биҙәүестәр төрлө формалағы һәм ҙурлыҡтағы сәйләндәр менән башҡарылған.

 

#Башҡортостанҡыҙы#БашкортостанКызы#Башҡортҡатынҡыҙытөркөмө