logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Китапхана буйлап сәйәхәт «Китап – белем шишмәһе»

Китап уҡырға яратҡан, уның менән дуҫ булған кеше – бәхетле кеше. Уның аҡыллы, изге, тоғро дуҫы – китап. Китаптар яҡшы мәғлүмәттәр бирә, көлкөлө лә ,ҡыҙғаныс та, мажаралы ла, мауыҡтырғыс та донъяға сәйәхәткә алып китә. 1- се февраль көнө Сибай ҡалаһының үҙәк китапханаһына 9 –сы Лицейҙың 5 «А» класс уҡыусылары, класс етәкселәре Гөлдәр Мостафа ҡыҙы етәкселегендә, ҡунаҡҡа килделәр. Балалар “китапхана”, “китап фонды”, “китап уҡыусы формуляры”, уҡыу залы” кеүек һүҙҙәренең мәғәнәләре менән таныштылар. Шулай уҡ китапты нисек ҡулланыу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп үттеләр. Был сараның төп маҡсаты булып китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү ине. Сара барышында балалар китап тураһында мәҡәлдәр, төрлө йомаҡтар систеләр, «Кем күп уҡый, шул күпте белер» викторинаһында әүҙем ҡатнаштылар, шиғырҙар һөйләнеләр, ҡайһы берҙәре үҙҙәренең Бөйөк ватан һуғышында ҡатнашҡан олатай-ҡартатайҙары тураһында һөйләп үттеләр.Сәйәхәт аҙағында балалар китапханаға яҙылып, үҙҙәренә оҡшаған китап һайлап алып таралыштылар.