“Халҡымдың бөйөк улы”
Шәйехзада Бабич башҡорт тарихындағы иң бөйөк, шул уҡ ваҡытта иң ҡатмарлы, иң фажиғәле яҙмышлы шағирҙарҙың береһе. 24 йыл ғына йәшәү дәүерендә Ш. Бабич үҙен күренекле дәүләт эшмәкәре, туғыҙ ғына йыл ижад итеп, талантлы шағир тип танытырға, әйткән һүҙҙәре, байтаҡ оло эштәре менән изге, бөйөк заттар дәрәжәһенә күтәрелә.
Бөгөн беҙҙең китапханала “Халҡымдың бөйөк улы” тигән әҙәби дәрес үтте. Дәрескә беҙ Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы студенттарын саҡырҙыҡ. Студенттар Ш.Бабичтың тормошо һәм ижады менән таныштылар, уның тураһында видеофильм ҡаранылар, “Ҡурайҡайға” шиғырын тыңланылар. 2019 йылда Өфөлә Ш.Бабичҡа һәйкәл асылыуы тураһында видеорепортаж ҡаранылар. Мотал Зәкирйән улы Рәмов 1990 йылдарҙа Ш.Бабичтың ҡәберлеген табып, унда һәйкәл ҡуйыуҙары тураһында һөйләне. Студенттар китапхана менән дә танышып сыҡтылар.