logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

“Китап ул – мөғжизә”

Китап – белем шишмәһе. Ул, бала саҡтан беҙҙе уратып алған доньяны һәм үҙебеҙҙе танырға, аңларға ярҙам итә.
14 февралдә, Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында, Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейенең 1в класы уҡыусылары менән “Китап ул – мөғжизә” тигән китапхана дәресе үтте. Уҡыусылар китаптың төҙөлөшө менән таныштылар, уның ниндәй әһәмиәткә эйә булғанын белделәр. Китаптарҙың төрлө була икәнлеген күрҙеләр. Уйындар ҙа уйнап алдылар. Китаптың һүрәтенә ҡарап ниндәй әкиәт икәнлеген әйттеләр, ҡайһы берәүҙәре исемен дә уҡынылар һ.б.
Китапхана буйлап йөрөп, кәштәләге китаптарҙы, күргәҙмәләрҙе ҡарап сыҡтылар, уҡыу залында китаптар, журналдар ҡаранылар һәм тағын да килергә теләктәрен белдерҙеләр.