logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Акция посвященная ко Дню родного языка “Халҡымдың бай хазинаһы”

Туған тел…Кеше тәү мәртәбә үҙенең телендә “әсәй”, “атай” һүҙҙәрен әйтә. Тел ярҙамында үҙенең тирә яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша.Туған тел аша кеше тәүге хәрефтәрҙе таный, уҡырға, яҙырға өйрәнә, ул үҙ халҡының күңел хазинаһын-илаһи йырҙарын, мөғжизәле әкиәттәрен,тәрән аҡыллы мәҡәл-әйтемдәрен, серле йомаҡтарын белеү бәхетенә ирешә.

20 февраль Моделле балалар китапханаһы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге лицейҙың 5Б синыфы уҡыусылары(кл.етәксеһе Муталлапова А.М.) менән Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған “Халҡымдың бай хазинаһы” исемле сара үткәрҙе. Китапханасы туған телдәр көнө, уның тарихы менән таныштырҙы һәм уҡыусылар ике командаға бүленделәр. “Тапҡырҙар” һәм “ Зирәктәр” командалары тел һәм әҙәбиәт өлкәһендә белемдәрен һынап ҡараны. Уйын бер нисә турҙан торҙо: “ Мәҡәлдәрҙе дауам ит” , “Йомаҡтарҙың яуабын тап”, “ Серле донъя”, “ Шаян һорауҙар”, “ Шуҡ хәрефтәр” урамы. Һәр турҙа һорауҙар, эштәр, капитандар өсөн ярыштар булды. Ике команда ла бер-береһенән ҡалышмай әүҙем ҡатнашты.

Уйын тамамланғас, уҡыусылар Р. Ғәриповтың “ Туған тел” шиғырын бергәләп яттан һөйләне. Был шиғыр ысын мәғәнәһендә әсә теленә,туған телдәргә дан йырлаған шиғыр ул.Үҙебеҙҙең башҡорт телебеҙҙе яратайыҡ,һаҡлайыҡ.