logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында Насип Һаҡмаровтың “Һуң түгелдер” исемле ижад кисәһе үтте

Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында, Башҡорт теле йылына арнап, Насип Һаҡмаровтың “Һуң түгелдер” исемле ижад кисәһе үтте. Сара, шулай уҡ, Насип Мөсип улының Өфөлә З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан “Биҙәктәр” исемле электрон шиғри йыйынтығына һәм кисә сәбәбсеһенең 55 йәшлек юбилейына арналды.
Талантлы шағир, һәүәҫкәр композитор Н.Һаҡмаровтың ижадында Тыуған яҡҡа һөйөү, ер, милләт темалары төп урын алған. Йәмәғәт эштәрендә лә бик әүҙем ҡатанашҡан Насип Мөсип улын тәбрикләргә ижадташ дуҫтары, уның шиғырҙарын, йырҙарын һөйөүселәр, класташтары, дуҫтары килде.
Насип Мөсип улы оҫта гармунсы ла. Ул уйнаған көйҙәргә Акназаров Дамир ағай бейергә лә төшөп китте.
Яхина Ә.М., һәм Айсыуаҡова Р.Ф. Насип Һаҡмаровты мәргән һүҙен, үткер ҡәләмен, күңелгә ятып торған йырҙарын билдәләнеләр, ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡотлап уңыштар теләнеләр.

Насип Мөсип улы менән ижади бәйләнештә булған республика конкурстары лауреаты Ф.Сирбаев, үҙенсәлекле тауышы менән күптәрҙе әсир иткән яҡташыбыҙ Харрасов Р.Ғ., Азат Исҡужиндарҙың сығышы кисәне музыкаль яҡтан биҙәне. “Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр, һәм йәштәр клубында эшләп килгән “Алтын” фольклор ансабле (етәксеһе З.Һаҡмарова) “Сибайым”йырын башҡарҙы. А.Йәнбәкова башҡарыуында “Әсәйемдең сал сәстәре” йыры залда ултырыусы барлыҡ әсәйҙәргә бағышланды. Был йырҙарҙың һүҙҙәре Н.Һаҡмаровтыҡы, А.Исҡужин музыкаһы.
Сибай ҡалаһы үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры М.С.Хәмитова һәм “Тиҫтер” балалар. үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы етәксеһе Л.С.Мөхәмәтова ла Н.һаҡмаровҡа изге һүҙҙәрен, йылы теләктәрен белдереп Рәхмәт хаты тапшырҙылар.