logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

“Илһам ҡанаттары”

Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһы серле бер донъяға күмелде. Сөнки,19 мартта, шиғри күңелле дуҫтарыбыҙ Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған “Илһам ҡанаттары” кисәһенә йыйлды . Кисәлә Сибай яҙыусылар берекмәһе ағзалары Ф. Сәйфуллин, Х. Һөйөндөков, Н. Һаҡмаров, Ф. Сирбаев, Ә. Уйылданова, Ф. Привалова, М. Хәсәнова, Л. Ғәббәсова, Р. Хазеева үҙҙәренең шиғри күстәнәстәренән ауыҙ иттерҙеләр.“Йәнгүҙәй” халыҡ – фольклор ансамбле ағзалары (З. Хәсәнова, М.Фәйзуллина, М. Ишбулатова, З. Асылбаева) һәм “Яугүл” халыҡ – фольклор ансамбле ағзаһыЭ. Юламанова билдәле яҙыусыларыбыҙҙың шиғырҙарын яттан һөйләнеләр. Бәләкәс дуҫтарыбыҙ, “Ҡурай” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең (тәрбиәсеһе Гөлшат Зияй ҡыҙы Хасаева) сығыштарын залда ултырыусылар көслө алҡыштарға күмделәр. Ә медицина колледжы студенты А. Вәлитованы барыһы ла хайран ҡалып тыңланы. Сарала ҡатнашыусылар эске донъяларын байытып, рухи байлыҡ алып ҡайттылар.