Милләт ҡото – ағинәй
Беҙҙең 2-се модель китапхана-филиалында ойошторолған “Кунел утрауы” клубында даими үткәрелеп килгән “Оҫталыҡ дәрестәрендә” хөрмәтле ағинәй Йәнбәкова В.Ә. бик теләп ҡатнаша, үҙенең бай тәжрибәләре менән уртаҡлаша.
Белемле, итәғәтле, әүҙем йәмәғәтсе ханым, уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын, яратҡан әсәй, ҡартәсәй, -бар яҡлап та үрнәк алырлыҡ ағинәй – Йәнбәкова Венера Әнуәр ҡыҙы ошо көндәрҙә үҙенең тыуған көнөн билдәләй.
Күңелендә илаһилыҡҡа, матурлыҡҡа һоҡланыу йөрөткән, үҙ халҡының ғөрөф- ғәҙәттәренә, тарихына, мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә битараф булмаған ағинәйгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә именлеге, бәхет теләйбеҙ!
Венера Әнәр ҡыҙы хаҡлы ялда булһа ла тынғыҙ хеҙмәттә.Ҡашмау, һаҡал, селтәр кеүек тарихи әйберҙәрҙе ул ентекләп өйрәнә, милли колоритҡа таянып, беҙгә дөрөҫ итеп эшләргә өйрәтә. Яҡындарына, заказ биреүселәргә милли кейемдәр тегә, селтәр эшләй, йәш быуынға яратҡан шөғөлөнең нескәлектәрен өйрәтен кенә ҡалмай аҡыллы кәңәштәрен дә юллай.
Боронғоларҙың бер аҡылы булыр был: кәңәш бирә йөрөгөҙ, кәңәш ала йөрөгөҙ. Башҡорт донъяһында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн ағинәйлек, тәрбиәсе булыу, донъя ҡотон һаҡлау, донъя усаҡтарын һаҡлау- уның йәшәү рәүеше ул.
Китапханаларҙа үткәрелгән барлыҡ сараларҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә күрһәткән әүҙемлегегеҙ өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Берәү әйтмешләй, ҡотһоҙ булыр ине был донъя, ҡотлап һине һүҙҙәр яумаһа. Беҙ ҙә хөрмәтле ағинәй Венера Әнүәр ҡыҙына ошондай йылы һүҙҙәрҙе тағы ла күберәк ишетеп, 100 йәште уҙғансы милләтебеҙҙең ҡото булып йәшәүен теләйбеҙ!