logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Китаптарҙы ташламаҫҡа, ә ҡайҙа итергә була?

Йыш ҡына дуҫтарыбыҙ беҙгә үҙҙәренең китаптарын алып киләләр. Ул китаптар араһынан беҙ фондҡа кәрәклеләрен айырып алабыҙ. Ҡалғандарын төрлө сараларҙа, акцияларҙа китап уҡырға яратыусыларға таратабыҙ, буккроссинг (китап алмашыу йәки китап бүләк итеү) хәрәкәте лә ойошторабыҙ, дауаханаларға алып барабыҙ. Китап һөйөүселәр үҙҙәренә кәрәкле китапты бушлай алыуҙарына ҡыуаныстарын белдерәләр. Шулай итеп, китапҡа икенсе һулыш бирәбеҙ.
Яңыраҡ китапханабыҙға З.М. Әминева китаптарын бүләк итте. Ошондай изге эше өсөн Зөлфирә Маҙһар ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙең дә йорттарығыҙҙа уҡылған, ләкин яҡшы тороштағы китаптарығыҙ булһа беҙгә алып килегеҙ. Беҙ һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ.
Сибай ҡалаһы, Чайковский урамы 30. Тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы