«Өләсәйем һандығы»
#милликейем #милликейемкөнө
#национальныйкостюм #деньнациональногокостюма
#сибайбиблиотеки
10 сентябрь көнө балалар модель китапханаһында милли кейем көнөнә ҡарата «Өләсәйем һандығы» исемле сара үтте. Унда махсус урта музыкаль белем биреү колледжы уҡыусылары ҡатнашты. Өләсәйҙең һандығының серен библиограф Әбүбәкирова З.Ә. асты. Ул “Халыҡтың алтын мираҫы ”исемле китап күргәҙмәһе һәм милли кейемдәр күргәҙмә- экспозицияһы менән таныштырҙы. Ҡул эштәре оҫтаһы, педагог Алһыу Рәшит ҡыҙы Фәтхетдинова ҡурсаҡ- тылсым эшләү буйынса мастер- класс үткәрҙе. Шулай уҡ ул үҙе теккән милли кейемдәге ҡурсаҡтарының күргәҙмәһен дә тәҡдим итте.
10 сентября в Модельной детской библиотеке прошел час краеведения «Из бабушкиного сундука». Мероприятие было приурочено Дню национального костюма. Секреты бабушкиного сундука раскрыла библиограф Абубакирова З.А. Она познакомила ребят с выставкой – экспозицией национальных костюмов и книжной выставкой «Золотое наследие народа». Рукодельница, педагог Фатхутдинова Алсу Рашитовна провела мастер-класс по изготовлению куклы- оберега. Также ребята познакомились с ее творческими работами- выставкой кукол в национальной одежде.