logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Изгелек һәм ихтирам көнө

1 октябрҙә Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә арналған “Күңелдәребеҙ һәр саҡ йәш” тип аталған күңелле программа үтте. Китапханабыҙҙың хөрмәтле ҡунаҡтары өсөн викторина һәм төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо, яңы китаптарға күҙәтеү яһалды. Һуңынан сәй өҫтәле артында оло йәшәтәге апайҙарыбыҙ рәхәтләнеп аралаштылар, йәшлек хәтирәләре менән бүлештеләр, яратып уҡыған китаптары тураһында һөйләштеләр.