logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

«Башҡорт китабы: бөгөн һәм иртәгә»

Хөрмәтле китап һөйөүсе дуҫтарыбыҙ!

Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы “Бәйләнештә” социаль селтәрендә «Башҡорт китабы: бөгөн һәм иртәгә» онлайн ижади – эшлекле осрашыу ойоштора.
Сара башҡорт телендә сыҡҡан китаптарға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, китап уҡыуҙы һәм башҡорт телен пропагандалау маҡсатында уҙғарыла. Семинарҙа Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илшат Рәшит улы Солтангәрәеев, БР Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаты, БР Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте етәксеһе Илһам Миңлеғәли улы Йәндәүләтов, Әхмәт –Зәки Вәлиди исемендәге китапхана директоры Юлдаш Зиннур улы Ураҡсин, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин,  «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов, “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов, Сибай яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Әминә Миңлеғол ҡыҙы Яхина, Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллина, Сибай китапханалар системаһы директоры Минзәлиә Самат ҡыҙы Хәмитова, Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһы мөдире Рәйсә Зәкир ҡыҙы Кунаева, Баймаҡ биләмә-ара үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Зилә Вәкил ҡыҙы Мортазина, Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Аксана Хәлим ҡыҙы Сынбулатова, Бөрйән район китапханалар системаһы директоры Әлфиә Ғаззали ҡыҙы Кинйәбулатовалар ҡатнаша.
Сараны тура трансляцияла https://vk.com/sibaybibl сәхифәһендә ҡарарға була, шунда уҡ һорауҙар ҙа яҙырға мөмкин.
Ваҡыты: 10 декабрь 2020 йыл
Сәғәте: 15-00
Рухи-мәҙәни тормошҡа битараф булмаған һәм китап уҡырға яратыусы дуҫтарыбыҙ, саранан ситтә тороп ҡалмағыҙ!