logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында «Ҡорама» оҫталыҡ дәресе үтте

#Ҡорамабуйынсаоҫталыҡдәресе
14 декабрҙә, Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында, «Ҡорама» оҫталыҡ дәресе үтте. Оҫталыҡ дәресен алып барыусы Ғәлиә Йыһанур ҡыҙы «Артишок» биҙәге тураһында һөйләне. Беҙ ул биҙәк менән ҡорама эшләп ҡараныҡ. Ҡорама ҡорау ул ижад эше, күңел биреп ҡораһаң матур ғына килеп сыға. Халҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ ҡул эштәрен бергәләп тергеҙәйек, кешеләргә матурлыҡ өләшәйек, дуҫтар!