logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

“Һөйөү менән китап бүләк ит”

14 февраль көнө Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө билдәләнде. Был йәһәттән, Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһы йыл һайын “Һөйөү менән китап бүләк ит” тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша. Сара тамамланһа ла, китапханабыҙ дуҫтары, китаптар бүләк итеүҙе дауам итәләр. Уларға тик, АФАРИН, тип әйтәһе генә ҡала.
Рәсәй мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова-Кәримова үҙе баҫтырып сығарған китаптарын бүләк итте. Шулай уҡ, “Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары” республика конкурсында еңеүсе Айһылыу Моталлапова ла китапханабыҙға яңы китап тапшырҙы.
Был акцияла ҡатнашыусыларға барыһына ла эштәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Ошондай изге эште хуплап, күтәреп алыуҙары өсөн ҙур рәхмәт.