“Тәмлекәс китаптар”
27 февралдә Сибай ҡалаһының тарих-крайҙы өйрәнеү музейында башҡорт халыҡ милли аш-һыуҙарына арналған «Тәмле» конкурс-күргәҙмә үтте. Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһы хеҙмәткәрҙәре был күркәм сараға “Тәмлекәс китаптар” тип аталған күргәҙмә эшләне. Сарала ҡатнашыусылар аш –һыу тураһындағы китаптарҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны, аш — һыу серҙәре менән бүлеште. Шулай уҡ, дөрөҫ туҡланыу, файҙалы аҙыҡтар, кәрәкле диеталар тураһында ла әңғәмә булды.