logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

«Ижадтарҙа заман эҙҙәре»

#Тарихяҙыринемташына
#Республикаәҙәбимарафоны
#Башҡорттарихыйылы

4 мартта, Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында, «Ижадтарҙа заман эҙҙәре» тип аталған осрашыу үтте. Сара “Тарих яҙыр инем ташына” Республика әҙәби марафоны сиктәрендә, Башҡорт тарихы йылына арналды.
Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Арыҫлан улы Әлибаев сараны асып әҙәбиәт өлкәһендә алып барылған мөһим эштәр, Республика әҙәби марафонының төп маҡсаттары һәм Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың әһәмиәте хаҡында һөйләп үтте. Залда ултырыусыларҙың һорауҙарына ентекле яуап бирҙе. Шулай уҡ сарала Яҙыусылар берлеге рәйесе урынбаҫары Нурлан Рәшит улы Ғәниев, радиожурналист, яҙыусы Рәсүл Хәсән улы Сәғитов, шағирә, драматург, журналист Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина ла ҡатнашты. Улар шиғри күстәнәстәрен бүләк итте. Милләт тарихы, киләсәк быуынға ышаныс тураһанда бик көслө фекерҙәрен еткерҙе. Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Илшат Рәшит улы Солтангәрәеев фәһемле һәм эшлекле сарала ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе, ижади уңыштар теләне. Саранан фотоларҙы һылтанма аша ҡарарға була https://vk.com/album239647789_278098637