logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

«Ғаиләбеҙ ҡомартҡыһы»

Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итте. Ошо сара айҡанлы Балалар модель китапханаһында «Алтын мираҫ» клубы ултырышында «Ғаиләбеҙ ҡомартҡыһы» исемле байрам үтте. Был байрамға  «Ирәндек» лицейының  6 «б» класы уҡыусылары саҡырылды. Сараның мәртәбәле ҡунағы Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Яүгел» халыҡ ансамбле етәксеһе Рафиҡова Дилара Мөхөтдин ҡыҙы ҡумыҙҙа уйнау серҙәре менән бүлеште. Ғаилә – ул йылы усаҡ. Һәр ата-әсә үҙ балаларын изгелекле,шәфҡәтле, киләсәктә оло таяныс булыр тип өмөт итә. Ғаиләләге татыулыҡ ни тиклем көслө булһа, усаҡтан килгән йылылыҡ та шул тиклем сағыуыраҡ була тигән һүҙҙәрҙән башланды байрам. Нимә ул ҡомартҡы, тигән һорауға яуап бирҙеләр. Ғаиләлә ниндәй ҡомарткылар булыуы тураһында һөйләнеләр. Байрамдың икенсе өлөшөндә Дилара Мөхөтдин ҡыҙы олатайы аманат итеп ҡалдырған ҡумыҙ тураһында һөйләне һәм уйнап күрһәтте. Уҡыусылар бик ҡыҙыҡһынып тыңланылар, хатта ҡумыҙҙа уйнап та ҡаранылар.