Милли кейем байрамы
Милли кейем – халҡыбыҙҙың борондан, нәҫел – нәҫелдән күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡыһы булып һаналған. Башҡорт халҡының милли кейеме бик бай, килешле, күҙҙең яуын алып тора. Бигерәк тә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейгән кейемдәр матур. Халҡыбыҙҙың рухи мираҫын һаҡлау, борондан килгән күңел ынйыларын хәҙерге быуындарға еткереү маҡсатында, 16 апрель көнө Сибай интернат-гимназияһында Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың рухи асылын сағылдырған Милли кейем байрамы үтте. Тантананы “Иң яҡшы башҡорт ғаиләһе” республика конкурсында 2-се урын алған Йәнбәковтар ғаиләһе асып ебәрҙе. Ғаилә башлығы Шайморат Ҡотлоғужа улы башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып,уларҙың тарихы менән таныштырҙы,ҡурайҙа уйнап күрһәтте.
Сарала 2-се модель китапханаһында уңышлы эшлэп килгән “Күңел утрауы”клубы оҫтабикәләре ,” Аманат“ ағинәйҙәр клубы һәм Иҫке Сибай ауылының ,, Ағинәй ” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары ҡатнашты.Ҡул эштәренә маһир Йәнбәкова Венера Әнүәр ҡыҙы, Арсланова Әлфиә Фазылъян ҡыҙы , Дәүләтшина Гөлсиә Мөхәммәт ҡыҙы ,Йосопова Илүзә Илгиз ҡыҙының башҡорт халҡының милли биҙәүестәре- һаҡал, ҡашмау, көмөш тәңкәләр тураһындағы сығыштары күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тойғоһо уятты. Оҫтабикәләр тарафынан тәҡдим ителгән милли кейем,биҙәүестәр күргәҙмәһе сараның матур бер күренеше булды. Нәзирә Йәнбирҙина “Күңел утрауы ” клубының эшмәкәрлеге менёнтаныштырҙы, данлыҡлы француз яулығының тарихын бәйән итте. Хәсәнова Мәрйәм Ишбулды ҡыҙы үҙе ижад иткән милли кейем тураһындағы шиғырҙары менән куңелдәрҙе һөйөндөрҙө. Матур сара гимназия-интернат уҡыусылары әҙерләгән йөкмәткеле музыкаль сығыштар менән үрелеп барҙы. Был сарала бөтә ҡатнашыусыларҙың, бигерәк тә уҡыусы балаларҙың милли кейемдә килеүҙәре һөйөндөрҙө.Гимназия-интернат етәкселеге сарала ҡатнашыусыларға борондан килгән йолаларҙы тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә ҙур эш башҡарғандары өсөн оло ихтирам йөҙөнән мәртәбәле Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Берҙәмлектең матур бер күренеше булған Милли кейем көнө флешмоб менән тамамланды.
#Деньнациональногокостюма, #УфаМКРБ, #УфаРЦНТРБ, #МКРБ #Сибайкультура