logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

“Балаларға һуғыш тураһында”

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 76 йыл үтеп китеүгә ҡарамаҫтан, һуғыш яралары һаман да һыҙлай, күңел яралары тынғылыҡ бирмәй.
Беҙҙең яҡты тормош, аяҙ күк өсөн үҙ йәндәрен аямай һуғышҡан һәм күптәре яу ҡырынан әйләнеп ҡайта алмаған һалдаттарҙы бер ваҡытта ла оноторға ярамай. Ошо турала һүҙ барҙы Р.Өмөтбаев исемендәге 1 класс уҡыусылары менән Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында. Уҡыусыларға һуғыштың иң мөһим алыштары тураһында һөйләнек, балалар өсөн яҙылған һуғыш тураһындағы китаптарға күҙәтеү эшләнек. Ҡалабыҙҙа йәшәгән Советтәр Союзы геройы Ф.И.Белов тураһында презентация күрһәттек.