logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

“Әҙәби тирмә”

27 – 28 майҙа баш ҡалабыҙ Өфөлә ҙур төбәк-ара форум – яҙыусылар ҡоро булды. 3 июндә Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында, “Әҙәби тирмә” клубы ағзалары менән, башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеү, шулай уҡ республикала милли әҙәбиәтте үҫтереү механизмдарын булдырыу маҡсаты менән үткән оло сара тураһында, Сибай яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Әминә Яхина үҙенең тәъҫораттары менән бүлеште.