logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында “Рух сығанағы” исемле әҙәби осрашыу үтте

#сибайкитапханалары
#библиотекисибая
26 ноябрҙә Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында “Рух сығанағы” исемле әҙәби осрашыу үтте. Унда билдәле яҙыусылар –Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты, “Һәнәк” журналының https://vk.com/club160399987 баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусы Миләүшә Ҡаһарманова, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, «Шоңҡар» йәштәр журналының https://vk.com/shonkarrb баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов һәм БР атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, “Шоңҡар” журналының яуаплы сәркәтибе Венер Исхаҡов ҡатнашты. Осрашыуға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, китапханасылар һәм әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ йыйлды. Сараға килеүселәрҙе сәләмләп Сибай ҡалаһының мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ильяс Миндиәхмәт улы Сафин сығыш яһаны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәмдүҙә Илбаҡова башҡорт халыҡ йыры “Үткән ғүмер” йырын башҡарҙы.
Өфө ҡунаҡтары үҙҙәренең ижадтары тураһында һөйләне, һорауҙарға ҙур ихласлыҡ менән яуап ҡайтарҙылар, автографтар бирҙеләр, “Шоңҡар” һәм “Һәнәк” журналдарына яҙылыу шартары менән таныштырҙылар. Сибай ҡалаһының китапханалар системаһы директоры Минзәлиә Самат ҡыҙы Хәмитова үҫмерҙәр менән алып барылған ижади проект “Үҫмер әҙәбиәтселәр акселераторы” тураһында һөйләне һәм сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе. Ғөмүмəн, осрашыу бик йылы, йəнле барҙы, ихлас фекер алышыу ойошторолдо. Саранан һәр кем рәхмәттәрен әйтеп, йылы тәьҫораттар менән хушлашып таралыштылар.
Фотоларҙы ошо һылтанма буйынса ҡарарға була https://vk.com/album239647789_282029017