logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Автограф менән китап

#авторграфлыяңыкитап
#новаякнигасавтографом
Педагогия фәндәре кандидаты Ф. Сәйфуллиндың быға тиклм “Ғәфү ит”, “Юғалтыу һағыштары”, “Мин сәскәһе – башҡорттоң”, “Йәшәү көсө” тип аталған шиғыр һәм хикәйәләрҙән торған йыйынтйҡтары донъя күргәйне. “Бар әле, бар…” тип аталған был сираттағы әҙәби йыйынтығына уның 2020 йылдан ижад иткән шиғырҙары индерелгән. Унда автор көнүҙәк проблемаларҙы шиғри саралар менән асып бирә, уҡыусыларҙың ғүмерҙең ҡәҙерен белергә, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа, тырышып, һөйөнөп-һөйөлөп, намыҫлы йәшәргә саҡыра.
Әҙәби ижад менән даими шөғөлләнеүсе дуҫыбыҙ Фәрүәз Әбдрафиҡ улына ҙур рәхмәт! Китапханабыҙға ул һәр ваҡыт автограф менән китаптарын бүләк итеп тора. Уға ныҡлы һаулыҡ, илһамлы ижадында уңыштар теләйбеҙ!