logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

«Бай ҙа, яғымлы ла телебеҙ»

#Башҡорттелекөнө2021марафон #Деньбашкирскогоязыка
Туған тел-ул халыҡтың тере күңеле, бөтмәҫ-төкәнмәҫ рух байлығы. 14 декабрь, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға ҡарата һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы «Ете аҙым» марафоны сиктәрендә Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында «Бай ҙа, яғымлы ла телебеҙ» кисәһе үтте. Был сараға ҡалабыҙҙың 12-се һанлы мәктәбенең 5 класс уҡыусылары килде. Халҡыбыҙҙың тормош тәжрибәһен, аҡылын, хыялын үҙенә йыйған телебеҙ буйынса ярыштар, шиғри бәйге «Аҡмулла әйтештәре» үткәреп, башҡортса караоке йырлап, әүҙемлектәре өсөн Рәхмәт хаттары алып, ҡайттылар балалар.