«Ғаиләмдең йылы усағы»
Ғаилә — күңелдәрҙе йылытырлыҡ усаҡ, ҡыуаныстарҙы уртаҡлашып, көйөнөстәрҙе бергә күтәргән, бер-береһенә терәк булып, аңлашып, ғүмер юлынан етәкләшеп атлаусы кешеләр. Йәмғиәтебеҙ ҙә тап ошондай татыу, өлгөлө ғаиләләргә таяна.
2026 йыл Башҡортостанда «Ҙур һәм татыу ғаилә» йылы тип иғлан ителһә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан 2026 йыл — «Башҡорт ғаиләһе йылы» тип билдәләнде.
Беҙҙең ҡалабыҙҙа ла татыу, талантлы, йүнсел, илһөйәр һәм телһөйәр балалар тәрбиәләгән ғаиләләр бихисап. Улар матур итеп йәшәйҙәр, эшләйҙәр, балалар тәрбиәләйҙәр, күңелле итеп ял да итәләр. Тап шундай китап уҡыусы ғаиләләр үҙәк кала китапханаһында үткән «Ғаиләмдең йылы усағы» сараһына йыйылды.
Сара барышында ҡатнашыусылар башҡорт телендә үҙ ғаиләһе тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләп, үҙҙәре менән видеопрезентация аша таныштырып үттеләр. Ғаилә ҡиммәттәре менән уртаҡлашып, шулай уҡ ғаиләләрендә булған йолаларҙы иҫкә төшөрөп, бишек йырҙарын йырлап һәр ғаилә ағзаларының исем атамаларын анлатып үттеләр, ғаилә тураһындағы мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен асыҡланылар һәм башҡа конкурстарҙа әүҙем ҡатнаштылар, йырлы-моңло күстәнәстәрен дә өләштеләр.
Килгән ҡунаҡтар үҙҙәре ижад иткән шиғырҙары, дәртле бейеүҙәре менән байрамды биҙәне.
Сараның һуңында Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Иҙрисова Гөлнара Юлай ҡыҙы ҡатнашыусыларға төрлө номинацияла еңеүселәрҙе дипломдар менән тәбрикләп, иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы.
#Ҙурһәмтатыуғаиләйылы #Башҡортғаиләһейылы #Ҡоролтай #СибайбашҡорттарыҠоролтайы #Сибаймәҙәниәте #Сибайүҙәкҡалакитапханаһы #Центральнаягородскаябиблиотека